Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

25.04.2022 11:41 Понедельник
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

АУЫРҒАЗЫЛА "ЙӘШЕН" ЙӘШНӘНЕ

Был ижади конференция — Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исемен биреүгә бер аҙым

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бойомға ашырылған "Ижади майҙан" проекты сиктәрендә "Йәшен" ижади конференцияһы үтте. Сара күренекле шағир Рәшит Назаровтың ижадына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналыуы менән әһәмиәтле.

"Аҡбуҙат" журналы шулай уҡ ойоштороусылар рәтендә — конференцияла журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина, бүлек мөхәррирҙәре Гөлнара Мостафина, Айгөл Ғәбитова ҡатнашты. Талбазыға сараны ойоштороуҙа ҙур өлөш индергән Өфө ҡалаһының З. Биишева исемендәге 140-се башҡорт гимназияһынан тулы делегация: белем усағы директоры Фәнил Бүләков, музыка уҡытыусыһы, билдәле йырсы, композитор Миңзәлә Яхина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар килде.

Ауырғазы район хакимиәте лә "Йәшен" ижади конференцияһын ойоштороусыларҙың береһе. Ҡатнашыусыларҙы Ауырғазы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов сәләмләне. Ул үҙ сығышында Рәшит Назаровтың ижадына туҡталды, шағирҙың ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бай әҙәби мираҫ ҡалдырыуын, үҙе яҙған "Йәшен" шиғырындай йәшнәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Арыҫлан Нәзир улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан да, урындағы халыҡтан да Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исемен биреү тәҡдименең күтәрелеп сығыуы хаҡында һөйләне, был ижади конференцияның изге ғәмәлгә башланғыс булып тороуы хаҡында әйтеп үтте, һорауҙың оҙаҡҡа бармай ыңғай хәл ителәсәгенә өмөт белдерҙе.

"Йәшен" ижади конференцияһы сиктәрендә уҡыусы балалар Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләү, иншалар һәм һүрәттәр конкурсында ҡатнашты. Ижади күңелле балаларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, тырышлыҡтары тейешенсә баһаланды: лауреаттар, призерҙар, еңеүселәр билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр, "Аҡбуҙат" журналының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ижади конференция йыр-моңға һуғарылған рухлы сығыштар менән үрелеп барҙы: Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, ҡурайҙа ла һыҙҙырттылар. Миңзәлә Яхинаның сығышы барыһын да үтә йәнләндереп ебәрҙе, йырсының тел, ил, ергә арналған рухлы йырҙары береһен дә битараф ҡалдырманы, балалар ихлас ҡушылып йырлап ултырҙы. Айгөл Ғәбитова шиғыры менән бүлеште, Гөлнара Мостафина үҙенең балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре хаҡында һөйләне.

Һүҙ сәнғәте аша мәктәп уҡыусыларында туған телгә, шиғриәткә, Рәшит Назаров ижадына һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған ижади конференцияһының ниәте бойомға ашты, "Йәшен"дән һәр бала йөрәгендә осҡон тоҡанғандыр, тип ышанғы килә.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

47