Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

21.12.2021 13:56 Вторник
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

МАҠСАТ МЕНӘН БАРҒАН ҒЫНА ХЫЯЛЫН ТОТОР ҠУЛЫНА

Аургазинка Айгузель Биканасова стала героем публикации газеты "Башкортостан"

Айкидо менән дә шөғөлләнә

Айгүзәл “Ҡараташ” төркөмөнөң йырындағы һүҙҙәрҙе девиз итеп һайлаған.

Айгүзәл Бикәнәсова Ауырғазы районының Усман ауылынан. Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се гимназия-мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһында Рәсәй технологик университетының биотехнология факультетында белем ала. Әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй.

Буш ваҡытында китап уҡырға, дуҫтары менән аралашырға ярата. Шашка уйыны менән мауыға, айкидо менән шөғөлләнә. Тырыш ҡыҙ гимназияла уҡыған йылдарында фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулай. 2013 йылда Рәми Ғәрипов исемендәге премияға лайыҡ була.

“Ҡараташ” төркөмөнөң “Юлсы” йырындағы “Маҡсат менән барған ғына хыялын тотор ҡулына” тигән һүҙҙәрҙе Айгүзәл тормош девизы итеп алған.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

80