ПОТОМОК УРАЛА-БАТЫРА
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе "УРАЛ БАТЫР ТОҠОМДАРЫ, ҺОМАЙҘЫҢ НӘҪЕЛДӘРЕ" бәйгеһенең март айы ҡатнашыусылары өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Тауыш биреү 4 апрель 12.00 тиклем барасаҡ. Тауыштар һанына ҡарап, ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында еңеүселәрҙе айырым билдәләйбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: ай дауамында төркөмөбөҙҙә шәп ҡыҙҙар һәм егеттәр менән таныштырып барабыҙ, ай аҙағында тауыш биреү ярҙамында еңеүсене бергәләп һайлайбыҙ. Март айының еңеүсеһен асыҡлар ваҡыт та килеп етте. Был айҙа ни бары 9 ғына бәйгесе ҡатнашты. Артабан уларҙың һаны күбәйер тигән өмөттәбеҙ. Әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар!
|
Добавить комментарий
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.