Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

06.06.2023 17:05 Вторник
Категория:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

ПРИЧИНОЙ АРЕСТА НЕДВИЖИМОСТИ МОГУТ БЫТЬ ДОЛГИ

Коммуналь хеҙмәт йәки банк алдында бурысың булыуы күсемһеҙ милеккә арест һалыуға сәбәп булыуы ихтимал.

Росреестр арест һалыу йәки тыйыу тураһындағы яҙманы Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына (ЕГРН) суд, таможня һәм һалым органдарынан килгән документ нигеҙендә индерә.

- Арест һалыу ниндәй эҙемтәләргә килтерә?

Арест һалынған күсемһеҙ милек менән файҙаланып, шулай уҡ уны һатып, залогҡа ҡуйып, алмаштырып, ҡуртымға биреп булмай. Башҡа санкциялар — сит илгә сығыуҙы сикләү, банк карточкаларын ябыу һәм хужаның иҫәбенән аҡса күсереп алыу.

- Күсемһеҙ милеккә арест һалынғанын нисек белергә?

Мәғлүмәт "Росреестр" сайтындағы шәхси кабинетта, ЕГРН-дан алынған белешмәлә, «Онлайн режимында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт» тип аталған бушлай сервиста https://vk.cc/c6IoHM сағылыш таба. Ә аресты туҡтатыу һәм алыу тураһындағы мәғлүмәт бурыслы кешегә Дәүләт хеҙмәттәре кабинетында күренә.

- Аресты нисек алырға?

Быны арест һалыу сәбәбен бөтөргәндән һуң эшләргә мөмкин. Эш арест тураһында ҡарар ҡабул иткән ойошманың ҡарары нигеҙендә алып барыла. Аресты алыу йәки тыйыуҙы бөтөрөү тураһындағы акт "Росреестр"ға килгәндән һуң 3 эш көнө эсендә яҙма ғәмәлдән сығарыла.

Суд ыңғай ҡарар сығарғандан һуң Күп функциялы үҙәк офисына аресты алыу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итергә һәм документтың законлы көсөнә инеүе тураһындағы билдә һәм герб мисәте ҡуйылған суд актын беркетергә кәрәк.

Әгәр арест суд приставтары хеҙмәте тарафынан һалынған икән, ул электрон ведомство-ара эш итеү системаһы аша алына, йәки башҡарыусы суд-приставы "Росреестр"ға ҡарарҙы шәхсән үҙе тапшыра. Бындай аресты алыу өсөн кеше үҙаллы мөрәжәғәт итә алмай.

Бурыслының мөлкәтенә арест һалыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән башҡарыу производствоһы тураһындағы федераль законда танышығыҙ: https://vk.cc/coztAX

Башҡортостанда йәшәүселәргә бушлай онлайн-сервис https://vk.cc/cmhu4F йәки 8 (800) 100 34 34 телефоны аша "Росреестр" белгестәренән консультация алырға була.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

12