Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

28.09.2022 16:47 Среда
Категория:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

БЕРЕЖНО ХРАНЯТ ПАМЯТЬ

Источник: БСТ

Открытие мемориальной доски в честь Рашита Назарова в Аургазинском районе показали в новостях канала БСТ

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында шағир, арҙаҡлы шәхес Рәшит Назаровҡа таҡтаташ асылды.

Тантанала Яҙыусылар союзы вәкилдәре, шағирҙың ижадын һөйәүселәр, уның ауылдаштары ҡатнашты.

Төрөмбәт ауылы халҡы арҙаҡлы яҡташтары тураһындағы яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай, киләһе быуындарға еткереү өсөн тырыша. Мәктәптә уның исемен йөрөткән музей эшләй.

Ауылдаштары Рәшит Назаровты ябай, халыҡсан, күҙәтеүсән шәхес булараҡ хәтерләй. Уның ижадында йөрәк, әсә, ваҡыт, йыһан кеүек мәңгелек төшөнсәләр урын алған. Таҡтаташ Рәшит Сәйетбаттал улының тыуған мәктәбендә урынлаштырылды.

Тағы ла бер ҙур һөйөнөслө хәбәр – Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаровтың исеме бирелде.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

83