Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

26.09.2022 21:17 Понедельник
Категории (2):
Тег:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

СПОРТ УЙЫНДАРЫ ХАЛЫҠҠА

Источник: БСТ

Открытие обновлённого Сабантуйского поля в Аургазинском районе показали в республиканских новостях

Заманса спорт объекты Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла һабантуй яланында асылды. Бил бирмәҫ батырҙар төбәгендә ошо уңайҙан район үҫешенә тос өлөш индергән, спортсы, уңышлы етәксе Марат Ишемғоловтың яҡты иҫтәлегенә милли көрәш буйынса республика турниры ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Район үҙәгендә яңы спорт обьекты асылыуын ауырғазылар түҙемһеҙләнеп көткән. Спорт майҙансығы халыҡтың теләген иҫәпкә алып төҙөлгән. Обьекттың хаҡы 10 миллион һум тәшкил итә. Объект Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Игорь Иванов етәкселегендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған.

Һабантуй яланы тәүлектең ҡараңғы өлөшөндә яҡтыртыла. Көрәш, волейбол, футбол, пляж волейболы, волейбол өсөн майҙансыҡтар ҡоролған, ГТО нормативтарын тапшырыуға ла уңайлыҡтар бар.

Һабантуй яланында йәйәүлеләр өсөн юл эшләнгән, яҡтыртыу бағаналары ултыртылған, кәртә яңыртылған. Көрәш майҙаны резина япмалы һәм уның тирәләй тамашасы трибуналары урынлаштырылған. 2023 йылда ла сәхнә, тамашасылар өсөн трибуналар һәм ял зоналарын төҙөкләндереү дауам итер тип күҙаллана.

Милли көрәш буйынса Марат Ишемғолов исемендәге республика турнирында 20 командала үҫмерҙәр көс һанашты, резина япмалы келәмдә ике ауырлыҡ категорияһында майҙан тотто.

«Спорт уйындары халыҡҡа» девизына ярашлы, республика турнирында ҡатнашыусылар һәм сараға килгән йәштәргә милли костюмдар тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сара һуңында һәр кем үлән сәйҙәре һәм милли ризыҡтар менән һыйланды.

Спорт һәм милли уйындар тамамланыуға экологик акция сиктәрендә һабайтуй яланындағы Урал күленә балыҡ селбәрәләре ебәрелде. «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән һабантуй яланының «Хәтер» баҡсаһында йәшел ағастар һаны ла артты.

Һабантуй майҙанында вегетатив ағастар ултыртылды. Был ағастар 60 йыл буйына үҫәсәк һәм туҡһан йыл дауамында һауаны сафландырып, төбәктә экологик хәлде лә яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

28