«УЯВ» БАЙРАМЫ
Празднование «Уява» в Аургазинском районе показали в новостях телеканала БСТ
«Уяв» тип аталған сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бик күп ҡунаҡтар килде. Сыуаштарҙың милли байрамына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
Гармун моңдары байрам майҙанын сорнап алған. Был музыка ҡоралы сыуаштар йәшәгән һәр йортта тиерлек бар. Уйнау оҫталығына улар бала саҡтан өйрәнә һәм быуындан-быуынға тапшыра.
Фестиваль сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә сыуаш мәҙәниәте, халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре тәҡдим ителгән. Этнографик майҙансыҡ милли традициялар менән таныштыра. Бында сыуаш ғаиләһенең көнкүреше, боронғо кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында белергә мөмкин.
Фестиваль ҡунаҡтары милли кейемдәр парадынан һуң түңәрәккә баҫты. Сыуаштар өсөн әйлән- бәйлән уйын ғына түгел, ә «Уяв» байрамының төп нигеҙен тәшкил итә торған йола.
Бөгөн Башҡортостанда 120 меңгә яҡын сыуаш вәкиле йәшәй. Уларҙың күбеһе Ауырғазы районында төпләнгән. Фестиваль сиктәрендә урындағы хакимиәт һәм Сыуаш республикаһының Чебоксар районы етәкселеге хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Был документ яҡтар араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығытыр тип көтөлә.
«Уяв» байрамы йыл һайын сәселгән орлоҡтар шытып, урып-йыйыу эштәре башланмаҫ элек ойошторола. Изге йолаға ярашлы, сыуаштар был көндө мул уңышҡа өмөт итеп, доньяларҙың тыныс булыуын теләй.
Сыуаш байрамының нигеҙен төрлө уйындар, йыр-бейеүҙәр тәшкил итә. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы милли ашамлыҡтар менән һыйлау ҙа сараның айырылғыһыҙ өшөшө. Тап шуның өсөн байрамға килеүселәр ҡаҙанда бешкән тәмле аштан һәм бутҡанан ауыҙ итте.
Добавить комментарий
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.