Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

03.10.2022 16:20 Понедельник
Категория:
Тег:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

УЛАРҒА ШӘХСИ ҠОРАЛ ТАПШЫРЫЛА

Источник: БСТ

Вручение оружия мобилизованным аургазинцам показали в новостях телеканал БСТ

Татарстанда мобилизацияланған Башҡортостан вәкилдәренә шәхси ҡорал тапшырыу тантанаһы үтте

Сафтағыларҙы Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник сәләмләне. Яҡташтарын иҫтәлекле көн менән Баймаҡ, Йылайыр, Ауырҙазы һәм Ғафури районы вәкилдәре лә тәбрикләне. Хәрбиҙәргә улар яҡындарының ҡайнар сәләмен тапшырҙы һәм йылы күстәнәстәрен таратты. Татарстандағы әҙерлек майҙансығынан БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин.

Кесе сержант Замир Йәнтурин – Сибай сәнғәт колледжы директоры. Хәрби сафта ул үҙенең һөнәрҙәштәре менән. Татарстанда Сибай филармонияһы артистары ла хәрби әҙерлек үтә. Шәхси ҡорал тапшырыу тананаһында улар тотош илде шаулытап өлгөргән «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.

Мобилизацияланған яҡташтарын Ауырғазы, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ғафури райондарының хакимиәт вәкилдәре лә ҡотланы. Татарстанға улар буш ҡул менән килмәгән. Хәрби әҙерлек үтеүсе егеттәрҙе Рәсәй оборона министрлығы кейем, ҡорал һәм кәрәкле аммуниция менән тулыһынса тәьмин иткән. Әммә ялан шарттарында һалдат тормошон еңеләйткән төрлө ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе райондар, ауыл биләмәләре һәм ауылдаштар хәстәрләгән.

Мобилизацияланған Башҡортостан егеттәре махсус ялан лагерында йәшәй. Хәрби ҡаласыҡ утын менән йылытыла. Сатыр һайын икешәр тимер мейес

Карауаттар хәрбиҙәрсә йыйнаҡ. Рота дежурныйы мейестәге температураны даими күҙәтеп тора. Ялан шарттарында йәшәһәк тә, һалдаттарға кәрәкле уңайлыҡтар булдырылған, ти гражданкала Башҡорт дәүләт опера театры артисы булып эшләгән Инсаф Абдуллин.

Хәрби әҙерлек үтеүселәр ялан кухняһында туҡлана. Менюла һалдат бутҡаһы ғына түгел. Ашнаҡсылар кәрәкле каллорияларҙы иҫәпләп, көнөнә өс тапҡыр өҫтәл әҙерләй.

Мобилизацияланған Башҡортостан егеттәренең көнө күнекмә майҙандарында үтә. Хәрби хеҙмәт осоронда алынған белемде иҫкә төшөрөү һәм нығытыу бурысы ҡуйыла. Тактиканы шымартыу мөһим. Яугир яҡташтарыбыҙҙың берҙәмлегенә шик юҡ. Уларҙың сәләмләүе лә бит оран кеүек яңғырай.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

213