Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

04.06.2021 17:18 Пятница
Категория:
Тег:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

МЕРКЕТ-МЕҢДӘР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы йыйыны булды

Республикабыҙҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы барышында ҡала һәм райондарҙа башҡорт ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бына бөгөн йәмле Ауырғазы еренең Мораҙым ауылында Меркет-мең ырыуы вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтар араһында район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, ырыуҙың хөрмәтле вәкилдәре бар.

Тарихи Меркет-мең ырыуы ерҙәре Ауырғазы районындағы 16 ауылды — Мораҙым, Төрөмбәт, Усман, Сәлих, Түрһәгәҙе, Нәжметдин, Яңы Этекәй, Яңы Мостафа, Ситдиҡ-Мулла, Миңнебай, Өсбәлеш, Сөләймән, Үрге Бәгәнәш, Түбәнге Бәгәнәш, Юлдаш, Талбазы, шулай уҡ Миәкә районының Айыт ауылын, Әлшәйҙең Мырҙағол һәм Әбделкәрим ауылдарын, Стәрлетамаҡ районының Абдрахман ауылын үҙ эсенә ала.

Меркет-меңдәр арҙаҡлы шәхестәре — беренсе башҡорт летчигы Ғәли Ишмырҙин, иҫ китмәле талант эйәһе – шағир Рәшит Назаров, яҙыусы, публицист, С. Юлаев ордены кавалеры Ғәзим Шафиҡов, телсе, әҙәбиәтсе ғалим, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр, ғалимә-фольклорсы, филология фәндәре докторы, С. Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершина, медицина фәндәре докторы Рәсимә Мырҙабаева һәм башҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Йыйын башланыр алдынан Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл тирәләй данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында яуҙа ҡатнашҡан Меркет-мең вәкилдәре иҫтәлегенә шыршылар ултыртылды. Тулҡынландырғыс сарала рәсми ҡунаҡтар, абруйлы ырыу вәкилдәре ҡатнашты.

Аҙаҡ йыйында ҡатнашыусылар халыҡ оҫталары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр әҙерләгән күргәҙмәне ҡараны. Ул ырыу вәкилдәре тамырҙарын барлаған бихисап тарихи мәғлүмәттәр менән байытылған.

Меркет-мең ырыуы тарихын байҡаған театрлаштырылған тамаша ла берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Әлеге ваҡытта йыйындың төп өлөшө башланып тора.

Присоединяйтесь к обсуждению в нашей группе ВКонтакте

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

197