Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

12.02.2022 19:04 Суббота
Категории (2):
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

ҠУРАЙСЫ ЛА, ТРЕНЕР ҘА!

Аургазиннец Фаим Гайсин стал героем публикации газеты "Башкортостан"

Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән видеояҙмала — Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Фәим Ғайсин һәм уның улы, ҡыҙы, тәрбиәләнеүселәре. Улар барыһы ла Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙға еңеү, уңыштар теләй.

Кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Фәим Ғайсин Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәй. Шуныһы үҙенсәлекле: ул – ҡурайсы ла, тренер ҙа. Бала сағынан, сәнғәт менән бер рәттән, спорт донъяһына ынтылған, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы булған.

Күптән түгел Фәим Ғайсин етәкселек иткән “Дуҫлыҡ” ҡурай ансамбле Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар онлайн-конкурсының I дәрәжә дипломанты тип танылған. Ул үҙе ошо сараның — II дәрәжә, улы Батырхан III дәрәжә диломына лайыҡ булған.

Шулай итеп, Фәим Салауат улы – оҫта тренер, музыка буйынса ла шәп уҡытыусы. Ул оҙаҡ йылдар ҡыҙ һәм малайҙарға милли көрәш, каратэ серҙәрен өйрәтә. Бынан тыш, ҡурай ансамбленә етәкселек итә. Һәр эшен дә бирелеп китеп, ысын күңелдән башҡара ул.

Оҫта тренерҙың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй кимәлендә лә сығыш яһай. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында Мәскәүҙә киокусинкай буйынса ил беренселегендә уҡыусылары Илара Ғиләжетдинова, Эльвира Рахманбирҙиева һәм Йәсмин Фәйезова өсөнсө урын яулаған.

Айгөл менән Фәим Ғайсиндар ғаиләһе сәләмәт тормош яҡлы. Уларҙың улдары — 12 йәшлек Батырхан каратэ менән шөғөлләнә, ҡурайҙа уйнай, кубик-рубикты бер нисә минут эсендә йыя. Ҡыҙҙары Нәркәс тә, дүрт йәшлек кенә булһа ла, атаһына, ағаһына ҡарап каратэ серҙәрен өйрәнә.

Ауылдамы, ҡалаламы — ҡайҙа йәшәһәң дә — спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Бары теләк кенә булһын, ҡалғаны иһә тормошҡа ашырырлыҡ.

Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән видеояҙмала — Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Фәим Ғайсин һәм уның улы, ҡыҙы, тәрбиәләнеүселәре. Улар барыһы ла Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙға еңеү, уңыштар теләй.

Фото, видео: Фәим Ғайсиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

154