Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

08.06.2020 13:05 Понедельник
Категория:
Тег:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

ХӨРМӘТЛЕ МӘРЙӘМ ӘХМӘТЗӘКИ ҠЫҘЫ!

"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Нәҙершинә Мәрйәм Әхмәтзәки ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәктә яҡындары менән һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын

Нәҙершина Мәрйәм Әхмәтзәки ҡыҙы 1940 йылдың 3 июнендә Ишембай районы Ҡыҙыл Йондоҙ ауылында Ишморатов Әхмәтзәки Зыязытдин улы (1912-1996) һәм Яҡшыдәүләтова Фәрхиямал Ғәлинур ҡыҙы (1910-1986) ғаиләләрендә өсөнсө бала булып донъяға тыуа. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы, әсәһе тыл хеҙмәте ветераны. Мәрйәм Әхмәтзәки ҡыҙы күрше Татьяновка ауылында туғыҙынсы класты бөткәс, уҡыуын Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәбендә дауам итә. Уны тамамлағас комсомол путевкаһы менән Стәрлетамаҡта "Синтез каучук" заводы төҙөлөшөндә ҡатнаша һәм лаборант булып эш башлай. Артабан уны яҙмыш ауылдашыбыҙ, һуғыш ветераны Кәримә Нәҙершина менән таныштыра, уға фатирға йәшәргә керә. Бына ошонда инде үҙенең буласаҡ тормош юлдашы Хәйҙәр Тимерғәли улы менән танышалар. Хәйҙәр Нәҙершин ул саҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин орденлы “В.И.Ленин исемендәге станоктар эшләү” заводында электрик булып эшләп йөрөгән була. Йәштәр беренсе осрашыуҙа уҡ бер береһен оҡшаталар һәм күптә үтмәй, 1963 йылдың август айында өйләнешәләр. 1966 йылдың көҙөндә ғаилә ике йәшлек улдары менән Хәйҙәр ағайҙың тыуған яғына, Мораҙым ауылына күсенеп ҡайта. Йәштәр колхозда ең һыҙғанып эшләй башлайҙар. Мәрйәм апай башта колхоз баҡсаһында эшләй, ситтән тороп Өфө химия-технология техникумын тамамлай. 1971 йылдан балалар баҡсаһына ашнаҡсы була, унда 13 йыл эшләгәс, яңынан колхозда хеҙмәтен дауам итә. Ул саҡта әлеге автогараж янында МХП контораһы бар ине, шул йортто ашхана яһанылар, Мәрйәм апай мәрхүм Аетбаев Әбелхаир ағай менән шунда ашарға бешереп, ялан буйлап механизаторҙарға йылы аш тараттылар. Күңел йылыһын һалып, тәмле бешерелгән аш һыйҙары ял батырҙарына көс-ҡеүәт өҫтәр ине. Мәрйәм Нәҙершинә 1995 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Тормош иптәше Хәйҙәр Тимерғәли улы 1939 йылда Мораҙым ауылында колхозсылар ғаиләһендә өсөнсө улдары булып донъяға тыуған. Һуғыш осоро балаһы, “атай” тип өндәшергә яҙмаған уға, аталары Тимерғәли Бөйөк Ватан һуғышы яланында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булып ҡала. Хәйҙәр апалары һәм ағалары ҡурсаулығында буй еткерә. Дүрт йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, электр һөнәрен үҙләштерә. Бер нисә йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй, ә ҡалған тормош юлы колхоз менән бәйле. Электрик, бик оҙаҡ йылдар һарыҡ фермаһын етәкләне, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда газ буйынса слесарь булды. Хәйҙәр ағай Нәҙершин тормош иптәше Мәрйәм апай менән 42 йыл бергә йәшәй алды, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булып 2005 йылда баҡыйлыҡҡа күсте.

Мәрйәм һәм Хәйҙәр Нәҙершиндар биш балаға ғүмер бүләк итәләр: Ғазинур (1964), Эльвира (1967), Айҙар (1970), Ғалинур (1973-1977), Илнур (1978). Уларға һайлап алған һөнәрҙәрен үҙләштерергә ярҙам итеп оло тормош юлына сығаралар. Балалары Мәрйәм апайҙы туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәр, өс бүлә-бүләсәләр менән шатландыралар. Бөгөнгө көндә юбиляр төпсөк улы Илнур, килене Ләйсән, ейәнсәрҙәре менән татыулыҡта, етеш тормошта донъя көтә. Ҡулынан килгәнсә хужалыҡта ярҙам итешеп, ҡош-ҡортҡа, умарталарға күҙ-ҡолаҡ булып, ейән-ейәнсәрҙәренең уҡыуҙағы уңыштарына шатланып, улдарының ситтән иҫән-һау эшләп ҡайтыуҙарын теләп, һәр атҡан көнгә шатланып йәшәй ул. Балаларының ҡайтыуын һәр ваҡыт тәмле ризыҡтар әҙерләп, шатланып көтөп ала. Бөгөнгө көндә Мәрйәм Әхмәтзәки ҡыҙы бик бәхетле әсәй, нәнәй. Килен булып төшкән Мораҙым уға тыуған ауылындай яҡын, ғәзиз ер.

Хөрмәтле Мәрйәм Әхмәтзәки ҡыҙы! Урал ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы 80 йәшлек оло юбилейығыҙ менән ҡотлай! Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, мул, тыныс тормошта, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

42