Меню
16+

Электронная газета Аургазинского района «Аургазета» — новости, анонсы, объявления

31.01.2020 10:58 Пятница
Категория:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

НАШИ НА БСТ

Аургазинец Айнур Утяев стал участником телепередачи "Алтын тирмә" на канале БСТ

Үткән ялда Башҡортостан юлдаш телеканалының "Алтын тирмә" тапшырыуында ҡатнаштыҡ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары Айнур Фәнис улы һәм Гөлнара Әхәт ҡыҙы менән бер команда булып йөрөп ҡайттыҡ. Уйын тапшырыуында еңдек микән? Был турала эфирҙа күрербеҙ.

Нисек кенә булмаһын уйын отошло булып сыҡты, беренсенән Стәрлетамаҡ Йәштәр ҡоролтайы рәйесе булараҡ тиҙҙән "Етегән" байрамы үтәсәге тураһында һөйләп үттем, шулай уҡ ҡалала башҡорт мөхите булдырыу, йәштәрҙе берләштереү буйынса уйҙар менән бүлештем. Һыйпай торған телефондар заманында йәшәгәс, заманса проекттар тураһында ла, әлеге башлаған ютуб канал тураһында һөйләнем.

Башҡорт теле йылына ҡағылышлы, иһә беҙҙә ҡалала яңы ғына видео бәйләнештә ҡатнашып ҡала хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт отделдары менән хеҙмәттәшлек алып барып бергә эшләргә пландар барлығын билдәләп үттем. Берҙән бер башҡортса ҡалала сыҡҡан баҫмабыҙ "Ашҡаҙар" гәзите хәбәрсеһе булараҡ, 30 йыллыҡ юбилейыбыҙҙы ҡаршылауыбыҙ тураһында хәбәр итеүем уйында ҡатнашыусыларыбыҙға оҡшаны. Ошо тиклем ваҡыт ҡала шарттарында гәзиттең эшләп килеүенә, ҡала халҡының рухлы һәм һаҡлап ҡалыу көсө барлығына ҡыуанды улар.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

179